Ошо йылдың 27 февралендә "Нур" театрының бәләкәй залында йәш шағирҙар Нурлан Ғәниев, Ләйсән Яҡупова һәм Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты өлкән уҡытыусыһы, БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы, йәш шағир Руслан Сөләймәновтың ижад кисәһе булып үтте.
Шиғыр һөйөүселәр араһында институт хеҙмәткәрҙәре лә күп булды. Ректор Р.Ғ. Мәжитов исеменән шағирҙы Ф.Б. Саньяров ҡотланы, ижади уңыштар теләне, шағирға арналған "Көлөү" шиғырын уҡыны. Руслан Сөләймәновтың тәүге йыйынтығы "Уйҙарымды һалдым һандалдарға" тип аталды. Исеменән күренеүенсә, шағир ижадында донъяны, хәл - ваҡиғаларҙы, кеше - тәбиғәт мөнәсәбәтен философик ҡабул итеү, уйланыу, фекерләү нигеҙендә күренештәрҙе дөйөмләштереү ята. Шул уҡ ваҡытта сатирик, юморға бай әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Йәш шағир ижадында көтөлмәгәнлек эффекты, поэтик параллелизмдар өҫтөнлөк итә. Шул яғы менән шиғырҙары иҫтә уйылып ҡала, уйландыра. Һуңғы шиғырҙарында мөхәббәт лирикаһы, аҡыл һәм хис - тойғоноң үрелеп барыуы, һағышлы буяуҙар күҙгә нығыраҡ бәрелә. Поэмалар, ҙур күләмле балладаларға тотоноуы - республикабыҙ поэзияһына көслө шағир килеүе хаҡында һөйләй. Ауылының исеме лә шиғри бит уның - Илек!
Ифрат матур, һомғол һынлы урман һылыуҡайы! Әйҙә, донъяның матурлығын башҡаларға ла күрһәтеп, күңелдәрен йәмләндереп ижад ит, шағир!
https://old.irorb.ru/index.php/1273-izhad-kis-e#sigFreeId8151bbbd83




































