10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк.
Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сара “Торатау” конгресс-холында уҙғарыла.
Съезда Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары; туған телдә уҡытылған дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары; муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары; юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
Көн тәртибендә Башҡортостанда, Рәсәй субъекттарында башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Съезда ҡатнашыусылар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә; Башҡортостанда Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индерергә тейеш.
Вице-премьер Ленара Иванова рәйеслегендәге ойоштороу комитеты составына Хөкүмәт, Дәүләт Йыйылышы, Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, республиканың Фәндәр академияһы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө хакимиәте, Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре инде.




































