Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар, тәрбиәселәр һәм мәғариф ветерандары!
Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамыбыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым!
Был байрам йыл һайын доньяның йөҙҙән ашыу илендә билдәләнә. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ бик яуаплы, һөнәрҙе ижади эҙләнеүҙәрһеҙ һәм даими камиллашыуһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булыу өсөн заман менән бергә атларға, алдынғы ҡарашлы булырға, ижади эҙләнергә тейеш.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, тыныс күк йөҙө, барлыҡ изге эшегеҙҙә илһам һәм уңыштар теләйем! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Балаларға булған һөйөү, юғары һөнәри оҫталыҡтың яңы үрҙәрен яулауға булған ынтылыш һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын.Фиҙаҡәрлек, тоғролоҡ, яуаплылыҡ өлгөһө булған вазифағыҙҙы атҡарыуҙа уңыштар, түҙемлек, ныҡлы һаулыҡ һәр саҡ таянысығыҙ булһын.
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының ректоры
Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова