Конкурстың икенсе көнө.
30 мартта Р.Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2016” конкурсының 2-се туры дауам итте. Бөгөн конкурсанттар “Оҫталыҡ дәресе”, “Мәғариф проекты” конкурс турҙарында ҡатнашты. Бөгөнгө эштәрен конкурсанттар оло һәм фәһемле тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны тип ҡабул иттеләр.
29 мартта Р.Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернаты базаһында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2016” конкурсы үҙ эшен дауам итте. Конкурсты асыу тантанаһынан һуң йәрәбә буйынса “Мәғарифта минең инициативам” конкурс эше ойошторолдо. Уның һөҙөмтәләре һәм 1-се этап йомғаҡтары буйынса 2-се этаптың 2-се турына 20 конкурсант билдәләнде.